+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Март 2023, 13:19

Өфөлә футбол манежы асылды

Өфөлә түбәһе ябыҡ футбол манежын асыу тантанаһы үтте. Унда  Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко, республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

Өфөлә футбол манежы асылды
Өфөлә футбол манежы асылды

Майҙаны 6,5 мең квадрат метр булған объект Орджоникидзе районында, "Нефтяник" стадионы янында төҙөлдө. 

Футбол манежын асыу тантанаһында Радий Хәбиров "Ауыл тренеры" программаһының 1 миллион һумлыҡ сертификаттарын да тапшырҙы.

Шулай уҡ был иҫтәлекле көндә бер нисә майҙансыҡта урынлашҡан 669 футболсы туп һуғыу буйынса яңы донъя рекорды ҡуйҙы. Быны теркәү өсөн Рәсәйҙең Рекордтар китабы редацияһы ла саҡырылғайны. 

Фото: glavarb.

Өфөлә футбол манежы асылды
Өфөлә футбол манежы асылды
Өфөлә футбол манежы асылды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: