+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Март 2023, 23:22

Йәш спортсыларға хоккей формалары тапшырылды

Өфө үҫмерҙәре араһында "Ихата лигаһы" хоккей турниры быйыл 11-се тапҡыр үтте. Был проект 2013 йылда Өфө ҡала советы депутаты Павел Васильев тәҡдиме менән тормошҡа ашырыла башлағайны. 

Йәш спортсыларға хоккей формалары тапшырылды
Йәш спортсыларға хоккей формалары тапшырылды

Быйылғы ярыштарҙа 10 - 12, 13 - 14 йәш төркөмдәрендә бөтәһе 400-ҙән ашыу йәш хоккейсы ҡатнашты. Был спорт төрө беҙҙә электән киң таралған. 

Тәүҙә һайлап алыу туры уҙҙы. Финал иһә 23 февралдә үтте. Кескәй төркөмдәр араһында Октябрь районының - "Астра", ә өлкән төркөмдәр араһында Калинин районы командаһы еңеүсе булды. 

Чемпиондар хоккей формаһы комплектына сертификаттар менән дә бүләкләнде. Бөгөн Октябрь районының "Сәләм" балалар һәм үҫмерҙәр үҙәгендә ошо формаларҙы тапшырыу тантанаһында "Ихата лигаһы" проектының авторы Павел Васильев һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Елена Родина ла ҡатнашты. "Астра" командаһы малайҙары һәм уларҙың тренеры еңеүҙәренә бик шат, әлбиттә. Киләсәктә йәш хоккейсыларҙан спорт йондоҙҙары ла сығыр әле. 

"Ихата лига"һы турниры уҡыусыларҙы спортҡа, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу йәһәтенән бик әһәмиәтле.

Фото: vk.com.

Йәш спортсыларға хоккей формалары тапшырылды
Йәш спортсыларға хоккей формалары тапшырылды
Йәш спортсыларға хоккей формалары тапшырылды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: