-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Март 2023, 13:35

Вилдан Нуриев - еңеүсе!

Рязань өлкәһендә полиатлон буйынса донъя беренселеге үткән. Унда Мәсәғүттәге Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы уҡыусыһы Вилдан Нуриев 14 - 15 йәшлек ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында өсалыш буйынса шәхси беренселектә еңеүсе булған.

Вилданды һәм уның тренеры Азат Ҡаһировты ихлас ҡотлайбыҙ! 

Вилдан Нуриев - полиатлон буйынса төбәк, республика, Бөтә Рәсәй ярыштары призёры. Чемпион менән Салауат районы халҡы ла ғорурлана, үҙе Ахун ауылынан икән. 

Вилданға һәм уның тренеры Азат Йәнтаһир улына яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: