-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Март 2023, 13:40

Ләйлә Табермакова донъя беренселегенә әҙерләнә

Өфөләге 119-сы мәктәптең VII синыфы уҡыусыһы Ләйлә Табермакова 9 йәшендә үк Рәсәй Федерацияһы кубогына үткән ярышта I урын яулағайны. Шунда уҡ йәш спортсыға ҙур өмөт бағлағайнылар. Өмөт аҡлана, күҙ теймәһен! 

Ләйлә Табермакова донъя беренселегенә әҙерләнә
Ләйлә Табермакова донъя беренселегенә әҙерләнә

Ләйлә әле шахмат буйынса донъя беренселегенә әҙерләнә. Ярыш июндә Грузияның Батуми ҡалаһында уҙасаҡ. Ошо көндәрҙә ҡыҙ Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы булараҡ, Мәскәү янындағы Рәсәй шахмат федерацияһының гроссмейстер үҙәгендә шөғөлләнеп ҡайтҡан. Тәжрибәле тренерҙарҙан дәрестәр алған.

"Толпар" шахмат клубы тәрбиәләнеүсеһе Ләйлә Табермаковаға донъя беренселегендә еңеү теләйбеҙ! 

Фото: bashinform.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: