-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Апрель 2023, 10:38

Ишембайҙар - алда!

«Мөғжизәле шашка» Бөтә Рәсәй ярышы 1966 йылдан бирле уҙғарыла. Үткән ял көндәрендә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында уның республика этабы үткәрелде. 

Ишембайҙар - алда!
Ишембайҙар - алда!

Был ярышта дөйөм белем биреү учреждениеларынан 14 йәшкә тиклемге 3 малай һәм 1 ҡыҙҙан торған командалар көс һынаша. Быйылғы республика беренселегендә барлығы 22 команданан 88 йәш шашкасы ҡатнашты. Улар – Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Баймаҡ ҡалаларынан, Ейәнсура, Ҡалтасы, Салауат, Бүздәк, Стәрлебаш, Иглин, Стәрлетамаҡ, Ишембай райондарынан.

Ярышта Ишембайҙағы 2-се мәктәп командаһы – Ринат Кирәев, Әмирхан Сөләймәнов, Софья Силяева, Злата Парахина еңеп сыҡты. II урында ошо уҡ ҡаланың 1-се гимназияһы шашкасылары: Марсель Әхмәтйәнов, Айрат Дүсәлимов, Милана Мостафина, Камилла Дауытова. III урынды Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы командаһы алды: Асҡар Борханов, Алиаскар Яналин, Ильяс Искәндәров, Мәҙинә Әхмәтшина.

Еңеүселәрҙе ҡотларға халыҡ-ара шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина ла килде.

Ишембайҙар - алда!
Ишембайҙар - алда!
Ишембайҙар - алда!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: