-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Май 2023, 11:45

7 йәшлек Реана - Рәсәйҙә беренсе

Рәсәй шахмат федерацияһы 2016 йылғы шахматсы ҡыҙҙарҙың рейтингын сығарған. Унда Өфөнөң "Толпар" клубынан Реана Кинйәбулатова - беренсе урында.

7 йәшлек Реана - Рәсәйҙә беренсе
7 йәшлек Реана - Рәсәйҙә беренсе

Уның күрһәткесе - 1 мең 409 балл. Икенсе урында Краснодар крайынан Анастасия Лепа (1376), өсөнсө - Архангел өлкәһенән Ульяна Белоусова (1367). Исемлектә - бөтәһе 2 мең 626 йәш шахматсы.

Реана 6 йәшендә үк Анатолий Карпов кубогына үткән Рәсәй чемпионатында алтын һәм көмөш миҙалдар яулағайны. Ә Екатеринбургта үткән Бөтә Рәсәй ярыштарында үҙенән ике йәшкә ҙур ҡыҙҙар араһында икенсе урын алды. Әйткәндәй, Реананың тәүге тренеры - уның атаһы Ренат Кинйәбулатов.

Ҡыҙ апрелдә Родос утрауында уҡыусылар араһында үткән донъя чемпионатында көмөш миҙал алды. Шахмат донъяһында балҡыған яңы йондоҙға уңыштар теләйбеҙ!

 Фото: vk.com.

7 йәшлек Реана - Рәсәйҙә беренсе
7 йәшлек Реана - Рәсәйҙә беренсе
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: