+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Май 2023, 19:05

Шашка турниры уҙҙы

Өфөлә Халыҡ-ара китап йәрминкәһе гөрләй. Алдан вәғәҙә иткәнсә, республиканың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн баҫмалары "Йәншишмә" гәзите менән "Аманат" журналы "Башҡортостан" үҙәк шашка клубы менән берлектә балалар араһында шашка турниры ойошторҙо.

Шашка турниры уҙҙы
Шашка турниры уҙҙы

"Башҡортостан" үҙәк шашка клубы ағзалары, халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулаған Сафия Танһыҡҡужина, Асҡар Борханов, Илдар Ғиләжев менән шашка буйынса көс һынашып ҡарарға теләүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар бик күп булды. Сафия, Асҡар, Илдар - спорт мастерлығына кандидаттар, Республика Башлығы стипендиаттары. Улар һәр береһе дүртәр таҡтала ҡаршы уйнаны. Ярыш ҡыҙыу барҙы. Кескәй чемпиондар менән хатта өлкәндәр ҙә көс һынашып ҡараны. 

Өфөләге 160-сы лицейҙан София Вәлишина "Йәншишмә"нең кубогына лайыҡ булды. 

- Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә үткән был сара республикала шашка спортының ниндәй кимәлдә булыуын күрһәткән бик матур сара булды. Кескәй чемпиондар өсөн дә, улар менән уйнап ҡараған балалар өсөн дә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға. Ошондай бала саҡтың иң сағыу тәьҫораттар ҡалдырған мәлдәре артабанғы үҫеш өсөн этәргес булып тора, - ти "Башҡортостан" үҙәк шашка клубынан Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиева. 

Шашка турниры тураһында тулыраҡ материалды гәзитебеҙҙең алдағы һанында уҡырһығыҙ.

Автор фотолары.

Шашка турниры уҙҙы
Шашка турниры уҙҙы
Шашка турниры уҙҙы
Шашка турниры уҙҙы
Шашка турниры уҙҙы
Шашка турниры уҙҙы
Шашка турниры уҙҙы
Шашка турниры уҙҙы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: