+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Спорт
13 Июнь 2023, 11:33

Тамара Танһыҡҡужина алтын миҙал алды

Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең халыҡ-ара шашка турниры уҙҙы.

Тамара Танһыҡҡужина алтын миҙал алдыТамара Танһыҡҡужина алтын миҙал алды
Тамара Танһыҡҡужина алтын миҙал алды

Унда ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренселекте ете тапҡыр донъя чемпионы, яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина яуланы. 

Башҡортостандан тағы бер спортсы - Кристина Осипова бронза миҙал алды. 

Турнирҙа Әзербайжан, Әрмәнстан, Белоруссия, Бразилия, Һиндостан, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Монголия, Пакистан, Рәсәй, Тажикстан, Төркиә һәм Үзбәкстан спортсылары ҡатнашты. 

Фото: sport.bashkortostan.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас