+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Спорт
15 Июнь 2023, 05:40

Европа буйынса еңеүсе!

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Илья Кандалинды һәм уның тренерҙарын еңеү менән ҡотланы.

Европа буйынса еңеүсе!Европа буйынса еңеүсе!
Европа буйынса еңеүсе!

Илья грек-рим көрәше буйынса Европа беренселегендә еңеүсе булған. Ул дәғүәсеһе - Венгриянан Петер Тотокто 6:3 иҫәбе менән еңгән.

"Ильяға 15 кенә йәш, ә ул - өс тапҡыр Рәсәй беренселеге еңеүсеһе, Европа беренселегендә бронза миҙал яулаған. Хәҙер унда Европа беренселегенең алтын миҙалы ла булды. Ильяны һәм уның тренерҙары Илдар Ҡәрипов менән Алексей Зимановты ҡотлайым. Ғорурланабыҙ һәм ҡайтыуын көтәбеҙ", - тип яҙҙы Башҡортсотан Башлығы.

Илья - Октябрьский ҡалаһынан. Ул 51 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә көрәшә.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас