

Ул Аҡъярҙа бассейн асыу тантанаһында ҡатнашты. Дөйөм майҙаны 835 квадрат метр булған йөҙөү комплексы һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә уңайлы.
Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә иһә "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проекты буйынса яңы ГТО майҙансығы төҙөлгән. Ул 8 урам тренажеры, ГТО һынауҙарын тапшырыу өсөн комплекстар, гимнастика өсөн эскәмйәләр һәм башҡалар менән йыһазландырылған.
Фото: minsport.