+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Спорт
24 Июль 2023, 06:48

Өфөлә "Беҙ бергә.Спорт" уйындары башланды

Өфөлә I "Беҙ бергә.Спорт" йәйге Сурдлимпия уйындары башланды. Һаңғырауҙар араһында уҙасаҡ халыҡ-ара ярыштарҙы асыу тантанаһы бөгөн "Өфө-Арена"ла үтәсәк.  

Өфөлә "Беҙ бергә.Спорт" уйындары башландыӨфөлә "Беҙ бергә.Спорт" уйындары башланды
Өфөлә "Беҙ бергә.Спорт" уйындары башланды

Баш ҡалабыҙға донъяның 30 иленән 743 спортсы килгән. Улар - Бразилия, Төркиә, Франция, Испания, АҠШ, Израиль, Кения, Филиппин, Иран, Ирак, Вьетнам һәм башҡа тарафтарҙан. Рәсәйҙән 495 кеше ҡатнаша. 

Сурдлимпиясылар 21 спорт төрө буйынса көс һынашасаҡ.  2 авгусҡа тиклем барасаҡ ярыштар Өфөнөң 18 спорт объектында уҙасаҡ. 

Фото: vmeste2023.paralymp.ru. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас