+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Спорт
27 Июль 2023, 14:00

Йәш көйәрмәнгә Өфө оҡшаған

Кирилл Теримников Өфөгә Волгоград өлкәһенең Ленинск ҡалаһынан атаһы һәм олатаһы менән Йәйге сурдлимпия уйындарының футбол буйынса ярыштарын ҡарарға килгән.

Йәш көйәрмәнгә Өфө оҡшағанЙәш көйәрмәнгә Өфө оҡшаған
Йәш көйәрмәнгә Өфө оҡшаған

Рәсәй йыйылма командаһында Кириллдың ике туған ағаһы Тимофей Ткач уйнай.

- Әсәйем менән Ҡазандан ҡунаҡтан поезда ҡайтып килә инек. Атайым мине Ростовта туҡтағанда поездан төшөрөп алды. Уйындарҙы ҡарайбыҙ. Ҡыҙыҡ. Әле Камбоджа менән Рәсәй уйнаны. Ҡунаҡтарҙың насарыраҡ уйнағаны күренә, - ти йәш көйәрмән.

Кирилл үҙе лә футбол менән мауыға. Атаһы Вадим Валерьевич уның тренеры.

Малай атаһы һәм олатаһы менән Өфө буйлап сәйәхәт итергә лә өлгәрә. Башҡортостандың баш ҡалаһы Кириллға оҡшаған!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 24 июлдә Өфөлә “Беҙ бергә. Спорт” сурдлимпиясыларҙың халыҡ-ара йәйге уйындары башланды. Һаңғырауҙар араһында уҙған ярышта 30 илдең спортсылары ҡатнаша. Сара 2 августҡа тиклем дауам итә.

Лилә НУРЕТДИНОВА.

Автор фотоһы.

 

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас