+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Спорт
27 Июль 2023, 11:00

Йәйге сурдлимпия уйындарында иң ҙур көйәрмәндәр командаһы – Даниилдыҡы

Рәсәй волейбол командаһының иң йәш спортсыһы Даниил Павлычёвтың көйәрмәндәре әллә ҡайҙан уҡ иғтибарҙы йәлеп итә: улар ихлас ҡыуана, һикерә, ҡосаҡлаша. Был бәхетле кешеләр янынан беҙ ҙә тыныс үтеп китә алманыҡ.

– Хәйерле көн! Һеҙ көйәрмәндәрме?

– Эйе, беҙ улыбыҙ Даниилды ҡеүәтләргә тип килдек. Ул бөгөн уйнай!– тине йәш спортсының атаһы Эдуарда Павлычев. – Беҙгә Түбәнге Новгород, Өфө ҡалаларынан, Дағстан Республикаһынан дуҫтарыбыҙ һәм курсташтарыбыҙ ҡушылды.

Татьяна менән Эдуард Павлычёвтар биш бала үҫтерә. Өлкән улдары Даниил 13 йәшендә үк Европа беренселегендә еңеү яулай, ә 2021 йылда беренсе тапҡыр Рәсәйҙең ирҙәр йыйылма командаһына алына һәм Донъя чемпионы була.

Хәстәрлекле атай менән әсәй улдарының һәр ярышын барып ҡарарға тырыша. Был юлы Түбәнге Новгородтан Өфөгә килгәндәр һәм бер ыңғай курсташтар осрашыуын ойошторғандар.

– Өфөлә күп тапҡыр булғаныбыҙ бар. Үҙем дә эш буйынса бында йыш киләм. Әйткәндәй, башҡорт ҡымыҙын ныҡ яратам. Килгән һайын мотлаҡ һатып алам һәм кинәнеп эсәм. Был юлы ғаиләбеҙ һәм дуҫтарыбыҙ менән спорт туристары булараҡ килдек. Волейболды ғына түгел, башҡа спорт төрҙәрен дә ҡарайбыҙ, Рәсәй командалары өсөн янып-көйәбеҙ,– ти ғаилә башлығы.

Билдәле булыуынса, ошо көндәрҙә Өфөлә “Беҙ бергә. Спорт” сурдлимпиясыларҙың халыҡ-ара йәйге уйындары уҙа. Һаңғырауҙар араһында уҙған халыҡ-ара ярышта 30 илдең спортсылары ҡатнаша. Сара 2 августҡа тиклем дауам итә.

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас