

Малайҙар "Өфө" футбол клубының кесе төркөмөндә шөғөлләнә, шуға ла Йәйге сурдлимпия уйындарының футбол буйынса ярыштарын ҡыҙыҡһынып ҡарап баралар.
– Каникул булһа ла, күнекмәләргә йөрөйбөҙ. Бынан тыш, хәҙер сурдлимпиясыларҙың уйнағанын да ҡарайбыҙ. Һаңғырау кешеләрҙең ихтыяр көсөнә һоҡланабыҙ. Футбол йылдамлыҡты, тиҙлекте яратҡан спорт төрө. Ишетмәгән кешеләрҙең был уйынды һайлауы – батырлыҡ, – ти малайҙар.
Дуҫтар Үзбәкстан менән Вьетнам спортсыларының уйынын ҡараны. Иҫтәлеккә Вьетнам футболсылары менән фотоға төштөләр!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 24 июлдә Өфөлә “Беҙ бергә. Спорт” сурдлимпиясыларҙың халыҡ-ара йәйге уйындары башланды. Һаңғырауҙар араһында уҙған ярышта 30 илдең спортсылары ҡатнаша. Сара 2 августҡа тиклем дауам итә.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Автор фотоһы.