+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Спорт
3 Август 2023, 11:42

Атайым иҫтәлегенә

Ауылыбыҙҙа атайым, полиция майоры Адик Рәдис улы Шәмсетдинов иҫтәлегенә мини-футбол буйынса турнир үткәрҙек. Быйыл уға 48 йәш тулыр ине...

Атайым ярҙамсыл, ҡыйыу, изге күңелле кеше булған. Оҙаҡ йылдар эске эштәр бүлеге ҡарамағындағы район-ара ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре етәксеһе булып хеҙмәт иткән. Үҙ эшенә бик яуаплы ҡараған, хатта тырышлығы менән майор дәрәжәһенә барып еткән, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар алған. Әсәйем Юлиә Ғөбәйҙулла ҡыҙы менән беҙгә, өс балаға, ғүмер биргәндәр.
Беҙ атайым менән ғорурланабыҙ. Исемен йөрәк түрендә һаҡлап, тиҫтә йылдан ашыу көс-дәрт алып ғүмер итәбеҙ.
Үҙен юҡһынабыҙ, һағынабыҙ. Шуға ла ғаиләбеҙ менән атайҙың иҫтәлегенә футбол ярыштары үткәреп торабыҙ. Быйыл иһә турнирҙы 11-се тапҡыр ойошторҙоҡ. Унда күрше ауылдарҙан да командалар ҡатнашты. Уйын ҡыҙыу, сәмле барҙы. Беҙҙең Әлкә ауылы егеттәре алдынғылыҡты бирмәне, турнирҙа еңеп, төп приз – Кубокты алды. Икенсе урынға Иҙрис футболсылары лайыҡ булһа, өсөнсө, дүртенсе урындарҙы Юлай ауылы командалары бүлеште.
Турнирҙы үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәткән бағыусыбыҙ Лениза Мөхәмәтйәноваға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Инсаф ШӘМСЕТДИНОВ, VIII синыф уҡыусыһы.
Салауат районы, Әлкә мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас