

Бығаса ҡыҙ журналистарҙың һорауҙарына яуап бирергә оялған. Уның әйтеүенсә, спаррингҡа сығыу күпкә еңелерәк икән.
«Миңә 12 йәш. Тхэквондо менән ун йәшемдә шөғөлләнә башланым. Ул секцияла минең ағайым йөрөй ине, шунлыҡтан әсәйем мине тап ошо спорт төрөнә яҙҙырҙы. Шул ваҡыттан алып мин тхэквондо менән мауығам. Ҡалабыҙҙа ҙур күнекмәләр залы бар. Көслөрәк булыр өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Беҙ ишетә алған спортсылар менән бергә шөғөлләнәбеҙ. Әлбиттә, уңайһыҙлыҡтар бар: мин уларҙы күнекмәләр эшләгәндә ишетмәйем. Ләкин беҙ татамиға сыҡҡанда тиңләшәбеҙ һәм бындай күнекмәләр еңеүгә этәргес бирә», - тип һөйләне Робия.
Әйткәндәй, йәш спортсы «Беҙ бергә. Спорт» йәйге сурдлимпия уйындарының шәхси сығыштарында бронза миҙалға лайыҡ була.
Фото һәм сығанаҡ: erm-news.ru