+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Спорт
11 Август 2023, 05:00

Физкультурниктар көнөндә ниндәй саралар уҙасаҡ?

12 август илебеҙҙә Физкультурниктар көнө билдәләнә. Аҙна дауамында баш ҡалабыҙҙа төрлө ярыштар ойоштороласаҡ. Мәҫәлән, “Ҡашҡаҙан” паркында һәм 32-се спорт мәктәбендә был көндә ойошмалар хеҙмәткәрҙәре араһында Йәйге корпоратив уйындар үтә. Жилин ауылындағы “Карауан” сауҙа үҙәге янында иһә автомобилдәр уҙышын ҡарарға мөмкин.

Физкультурниктар көнөндә ниндәй саралар уҙасаҡ?Физкультурниктар көнөндә ниндәй саралар уҙасаҡ?
Физкультурниктар көнөндә ниндәй саралар уҙасаҡ?

18 август «Беренсе май» паркында ҙур фестиваль планлаштырылған. Ғаилә ярыштарында, мини-футбол, ҡул көрәше, баскетбол, шашка, сатраш, дартс уйындарында ҡатнашырға мөмкин буласаҡ. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн айырым ярыштар ҡаралған.

19 август Локотки ауылы биләмәһендә лә фестиваль уҙасаҡ. Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин оҫталыҡ дәресе күрһәтәсәк.

Фото: yandex.ru

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас