+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Спорт
16 Август 2023, 08:00

Дзюдоны каникулда ла онотмайым

Мин өс йыл инде дзюдо менән шөғөлләнәм, шуға ла каникулға сыҡҡас та спорт лагерына йөрөй башланым. Уны беҙҙең тренер Анастасия Маркисова ойошторҙо.

Дзюдоны каникулда ла онотмайымДзюдоны каникулда ла онотмайым
Дзюдоны каникулда ла онотмайым

Лагерь өс аҙналыҡ булды. Тәүге көндән үк билбау алыу өсөн һынауға ныҡлап әҙерләндек: күнекмәләр эшләнек, хәрәкәтсән уйындар уйнаныҡ, һәйбәт туҡландыҡ.
Берәү ҙә һынатырға теләмәне. Һуңынан аттестация үттек, мин ҡыҙғылт һары билбау алдым.
Ялыбыҙҙың иң һуңғы көнөндә Анастасия Витальевна беҙҙе Торатау шиханына алып барҙы. Күпте күреп ҡайттыҡ. Һоҡланғыс сәйәхәт өсөн уға рәхмәт әйттек.
«Яңы билбау алыу – бейек тауға үрмәләү ул. Ә унда тик ныҡыштар һәм тырыштар ғына менеп етә», – тине тренерыбыҙ. Был, ысынлап та, шулай. Уңышҡа ирешеү өсөн күп көс һалырға кәрәк.
Мәктәпте тамамлағансы көрән билбау эйәһе булырға теләйем. Аҙаҡ тренер булып, Красноусолда балаларҙы дзюдо серҙәренә өйрәтер инем. Был спорт төрө ҡыйыу, көслө итә. Тағы ла уның менән шөғөлләнгән кеше бөтә һорауҙарҙы ла һуғыш­майынса һәм ирешмәйенсә хәл итергә өйрәнә.
Дзюдоны каникулда ла онотмайым, күнекмә яһауҙан туҡтамайым. Хәҙер мин бер туҡтауһыҙ 45 тапҡыр иҙәндән ҡул менән күтәрелә, 30 тап­ҡыр сүкәйеп ултыра алам.

Эрик ӘБҮБӘКЕРОВ.

Ғафури районы, Красноусол ҡасабаһының 2-се мәктәбе.

Дзюдоны каникулда ла онотмайым
Дзюдоны каникулда ла онотмайым
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас