+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Спорт
18 Август 2023, 05:15

Еңеүҙәрең күп булһын, Алтынай!

Кем каникулын нисек үткәрәлер, ә бына Алтынай Малабаева спорттан айырылмай.

Еңеүҙәрең күп булһын, Алтынай!Еңеүҙәрең күп булһын, Алтынай!
Еңеүҙәрең күп булһын, Алтынай!

Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылы ҡыҙы 6 йәштән тхэквондо менән шөғөлләнә башлаған. Был спорт төрө буйынса секцияны тренер Азамат Ураҙғолов асҡан булған. Ул үҙе – тхэквондо буйынса Рәсәй һәм Европа чемпионы. Йәш быуынды, бигерәк тә ауыл балаларын спортҡа ылыҡтырыуға күп көс һала. Хәҙер Азамат Рәлис улы асҡан “Молот” спорт мәктәбенең республиканың 2 ҡалаһында һәм 5 районында филиалдары бар. 200 кеше йөрөй.

Алтынайға тәүҙә тхэквондо менән шөғөлләнеүе еңелдән бирелмәй. Күнекмәгә барғыһы килмәгән саҡтары ла булғылай.  Әммә бер аҙ ҙурайып, ниндәйҙер спорт төрө буйынса уңышҡа өлгәшәм, тиһәң, ныҡышмалы шөғөлләнергә кәрәк икәнен аңлағас, ныҡлап тырыша башлай. Улай ғына түгел, алдына олимпия чемпионы булам, тигән маҡсат ҡуя ҡыҙ. Әле шуға ынтыла. Әлбиттә, тренерының дөрөҫ йүнәлеш биреүе, дәртләндереүе, ата-әсәһенең һәр ваҡыт хуплап, ярҙам итеп тороуы ла ыңғай йоғонто яһай.

Күнекмәләр күп ваҡытты алыуға ҡарамаҫтан, Алтынай уҡыуҙа ла тырыша, һәйбәт өлгәшә.  Әле йәйге каникулда ла аҙнаһына 6 көн буйы күнекмәгә йөрөй. Дөрөҫөрәге уны Архангелға, Ҡырмыҫҡалыға, Стәрлетамаҡҡа йөрөтәләр.

  - Алтынай тхэквондо менән 7 йәшенән етди шөғөлләнә башланы. Һуңғы ике йылда төбәк-ара, республика ярыштарында уға тиңләшеүсе юҡ. Башҡортостанда үҙенең йәштәштәре араһында гел беренселекте яулай. Былтыр Рәсәй ярыштарында ҡатнаша башланы. Магнитогорск, Тольятти, Силәбе, Һамар ҡалаларынан еңеү менән ҡайтты, – ти тренеры Азамат Ураҙғолов.

   - Ныҡышмалы шөғөлләнеүем еңергә ярҙам итә. Ике йыл гел алтын миҙал алдым. Әммә Рәсәй ярыштарында иң көслө спортсылар ҡатнаша бит. Ҡайһы саҡта еңелергә тура килһә, бирешмәйем, был миңә киреһенсә тағы ла ныҡышыбыраҡ  шөғөлләнергә, алға барырға этәргес көс бирә, – ти Алтынай.

Булдыҡлы ҡыҙ әсәһенә ярҙам итеп тә өлгөрә. Иҙән йыуыу, өй йыйыштырыу кеүек ҡыҙҙар эшен башҡара. Тәмлекәстәр бешереү, аш-һыу әҙерләү ҙә ҡулынан килә. Ғаиләләре менән Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтле урындарына сәйәхәт итергә яраталар. Был йәйҙә Торатауға менгәндәр, Инйәр, Еҙем йылғаларын, Нөгөш һыуһаҡлағысын барып күргәндәр.

  -Тхэквондо менән шөғөлләнгәс, ярыштарға йөрөп, бөтә Рәсәйҙе күрә алам, – тип ҡыуана Алтынай. Ә ошо көндәрҙә йәш спортсы иптәштәре һәм тренерҙары менән Сочи ҡалаһында лагерҙа ял итә, үҙе һайлаған спорт төрө буйынса оҫталығын арттыра. Ҡыҙға киләсәктә еңеүҙәренең тағы ла күберәк булыуын, хыялының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!

Еңеүҙәрең күп булһын, Алтынай!
Еңеүҙәрең күп булһын, Алтынай!
Еңеүҙәрең күп булһын, Алтынай!
Еңеүҙәрең күп булһын, Алтынай!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас