+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Спорт
23 Август 2023, 08:00

Реана донъя чемпионатына барасаҡ

“Толпар” шахмат клубының 7 йәшлек тәрбиәләнеүсеһе Реана Кинйәбулатова Рәсәй кубогы этаптарында йәнә ике көмөш миҙал яуланы. Улар Чебоксар һәм Түбәнге Новгород ҡалаларында үтте. Ҡыҙыҡай хатта үҙенән ҙурыраҡ уйынсыларҙы ла отто. Хәҙер ул Мысырҙа уҙасаҡ донъя беренселегенә әҙерләнә.

Реана донъя чемпионатына барасаҡРеана донъя чемпионатына барасаҡ
Реана донъя чемпионатына барасаҡ

Әйткәндәй, Реана илебеҙҙең 2016 йылғы шахматсы ҡыҙҙар исемлегендә беренсе урында килә. Икенсе урынды Краснодар өлкәһенән Анастасия Лепа, өсөнсөнө Архангелдән Ульяна Белоусова биләй.

Фото: www.bashinform.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас