

Башҡортостан Республикаһы туризм һәм эшҡыуарлыҡ министры Рөстәм Афзалов хәбәр итеүенсә, буласаҡ трасса өсөн майҙансыҡ билдәләнгән. Тау бите яһалма ҡар алмаштырыусы япма менән ябыласаҡ, шуға күрә унда йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында шөғөлләнергә мөмкин буласаҡ.
«Был бөтөнләй икенсе кимәл һәм башҡа мөмкинлектәр. Һәм, әлбиттә, ҙур туристар ағымы. Уникаль һәм өмөтлө туристарҙы йәлеп итеү нөктәһе грант аҡсаһы ярҙамында төҙөләсәк. Түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ!» – тип яҙҙы социаль селтәрҙә Афзалов.
Эшҡыуарҙың бындай объекттарҙы асыу буйынса тәжрибәһе ҙур. Ул Учалылағы тау саңғыһы паркын асҡан, роллердром төҙөгән, Алма-Атала сноуборд һәм фристайл мәктәбе асҡан, бөтә Рәсәй буйынса сноуборд- һәм скейт-парктар төҙөү менән шөғөлләнә.
Сығанаҡ: shonkar.com.