+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Сентябрь 2023, 17:00

Спорт менән дуҫ бит ул!

Йәсминә фарсы теленән сәскә исеме булараҡ тәржемә ителә. Сәскәләй матур, наҙлы булһын, тип ҡыҙҙарына ата-әсәһе был исемде яратып ҡушҡан.

Спорт менән дуҫ бит ул!
Спорт менән дуҫ бит ул!

Йәсминә Ғәйнуллина Өфө районының Шамонин ауылынан. Ул мәктәптә тик яҡшы билдәләргә өлгәшә. Һүрәт төшөрөргә ярата, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Һеңлеһе Айлина өсөн яҡшы апай, терәк-таяныс үҙе. Өлгөр ҡыҙ музыка мәктәбенең фортепиано бүлегендә беренсе синыфты тамамлаған ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ. Йәсминәнең атаһы Руслан Әнүәр улы – бергә-бер көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат, Башҡорт дәүләт медицина университетының физкультура кафедраһында бүлек мөдире. Бәләкәй саҡтан атаһының эш урынына барып йөрөгән ҡыҙҙа ла спорт менән ҡыҙыҡһыныу уяна һәм ул ошо уҡ уҡыу йортонда эшләп килгән эстетик гимнастика түңәрәгендә шөғөлләнә башлай.
Әйткәндәй, был спорт төрө бер быуат самаһы элек Финляндияла һәм Эстонияла барлыҡҡа килә. Ә 1950 йылдарҙа тәүге ярыштар үткәрелә. Ике меңенсе йылдар башында Рәсәйҙә айырым спорт төрө булып һанала башлай. Шул ваҡыттан алып эстетик гимнастика менән шөғөлләнергә теләүсе балаларҙың һаны артҡандан-арта бара. Өс минутлыҡ күркәм тамаша күрһәтер өсөн команда менән бергә эшләй белергә, бер-береңде, ә иң мөһиме – үҙеңдең һәр хәрәкәтеңде уйлап башҡарырға, тойорға кәрәк. Шул ваҡытта ғына төрлө ауыр комбинацияларҙы бергә туплаған сығыш менән уңышҡа өлгәшергә мөмкин.
– Күнекмә мәлдәрендә төрлөһө була. Ҡайһы саҡта тренер өйрәткән яңы элемент тиҙ генә килеп сыҡмауы ла бар. Күп тап­ҡырҙар ҡабат-ҡабат эшләһәң, һыр бирмәйенсә тырышһаң, теләгеңә ирешәһең. Спорт сыныҡтыра, көслө итә, төрлө һынау, ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәнәһең, – ти Йәсминә.
Команда менән Рәсәйҙең төрлө тарафтарына ярышҡа йөрөгән, республика данын яҡлаған Йәсминәгә уңыштар теләйек. Киләсәктә ҡыҙҙың исемен донъя чемпиондары рәтендә күрергә һәм уның менән ғорурланырға яҙһын!


Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: