Улар ҡаяға үрмәләү буйынса “Көҙгө Магнитка” Бөтә Рәсәй фестивалендә сығыш яһаны. Шулай уҡ балалар Әбйәлил районындағы Әбей ташы ҡаяһына үрмәләп оҫталыҡ тупланы.
Уҡыусылар яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. 23 ҡатнашыусы булған 10 – 13 йәшлек үҫмерҙәр араһында Илья Фуфачев – 2-се, Йәлил Әхмәтйәнов – 7-се, Альберт Ҡоҙаяров – 11-се, Дәүләт Хәмиҙуллин 18-се урын яуланы. Ошо уҡ дисциплинала 22 ҡыҙ үҙ таһыллығын һынап ҡараны, беҙҙең Таисия Порошина 9-сы булды.
Фестиваль барышында уҡыусылар үҙҙәренә тәжрибә тупланы, яңы дуҫтар тапты.
Римма БАЙМЫРҘИНА,
үҙәктең директор урынбаҫары.
Өфө ҡалаһы.