+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Сентябрь 2023, 15:16

Фестивалдә баскетбол биләмәһе лә буласаҡ

"Әйҙә уйнарға!" фестивалендә баскебол буйынса айырым майҙансыҡ эшләйәсәк. 14 сентябрҙә 15.00 сәғәттә легендар махсус ҡунаҡ, баскетбол буйынса олимпия чемпионы Иван Едешко менән осрашыу көтөлә. Унан автограф алыу, бергәләп фотоға төшөү мөмкин буласаҡ.

Фестивалдә баскетбол биләмәһе лә буласаҡ
Фестивалдә баскетбол биләмәһе лә буласаҡ

"Уфимец" баскетбол клубы конкурстар ойошторасаҡ. "Бир биште" баскетбол мәктәбе тренерҙары оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Матчтар ҙа уҙғарыла. "Баскетбол беҙҙең ғаиләлә" темаһына һүрәттәр конкурсында ҡатнашырһығыҙ. Саралар 4 йәштән 15 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйенләнә.

Фото: yandex.

Фестивалдә баскетбол биләмәһе лә буласаҡ
Фестивалдә баскетбол биләмәһе лә буласаҡ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: