+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Сентябрь 2023, 12:43

Мәләүез һәм Аҡъяр спортсылары "Президент ярыштары"нда ҡатнаша

7 - 27 сентябрҙә уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй "Президент ярыштары"ның финалы уҙа.

Мәләүез һәм Аҡъяр спортсылары "Президент ярыштары"нда ҡатнаша
Мәләүез һәм Аҡъяр спортсылары "Президент ярыштары"нда ҡатнаша

Краснодар крайы Туапсе районында урынлашҡан "Орлёнок" Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә үткән сарала бөтәһе 1 мең 518 уҡыусы ҡатнаша. 

Башҡортостан данын төбәк этабы еңеүселәре, йәғни ҡала командалары араһында - Мәләүездәге 1-се гимназияның, ауылдыҡылар араһында Хәйбулла районы Аҡъярҙағы 1-се мәктәптең йәш спортсылары яҡлай.  

Төп ярыш төрҙәре - спорт күп алышы, эстафетала йүгереү, теоретик һәм ижади конкурстар. Шулай уҡ бадминтон, баскетбол, самбо, волейбол, йөҙөү, спорт туризмы, шахмат һәм башҡа ярыштар ҡаралған. Башҡортостан командаларына еңеү теләйбеҙ.

"Президент ярыштары" "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проектына ярашлы ойошторола.

Фото: education.bashkortostan.

Мәләүез һәм Аҡъяр спортсылары "Президент ярыштары"нда ҡатнаша
Мәләүез һәм Аҡъяр спортсылары "Президент ярыштары"нда ҡатнаша
Мәләүез һәм Аҡъяр спортсылары "Президент ярыштары"нда ҡатнаша
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: