+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Сентябрь 2023, 12:15

Рәүеф Кәримов иҫтәлегенә

Йолабыҙға тоғро ҡалабыҙ. Гимназиябыҙҙа йыл һайын йүгереү буйынса көҙгө кросс уҙа. Ул 2010 йылдан башлап ойошторолоп, Башҡортостандың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәүеф Кәримовтың яҡты иҫтәлегенә арнала.

Рәүеф Кәримов иҫтәлегенә
Рәүеф Кәримов иҫтәлегенә

Уның уҡыусылары һөйләүенсә, Рәүеф Ғәзиз улы бик үҙенсәлекле, тырыш, талапсан физкультура уҡытыусыһы булған, гимназияла спортты үҫтереүгә күп көс һалған. Тәрбиәләнеүселәре араһында Башҡортостанда ғына түгел, илебеҙҙә дан ҡаҙанғандар бар. 1972 йылда беҙҙең белем усағында беренсе спорт синыфы асыла, ә уның етәксеһе Рәүеф Кәримов була.

Көҙгө кросс спорт байрамына әйләнде. Ярышты ҡарарға килеүселәр ҙә, ҡатнашыусылар ҙа күп булды. Был көндө Рәүеф Ғәзиз улының әле лә дәртле, сәмле, көслө рухлы сығарылыш уҡыусылары ла стартҡа баҫты. Беҙҙең менән бергә директорыбыҙ Илнур Рифат улы Сәлихов та, гимназиябыҙҙың уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре лә йүгерҙе. Призлы урын алғандарға миҙалдар, бүләктәр тапшырылды.

Спорт ярыштарын көтөп алабыҙ. Улар ихтыяр көсөн арттыра, физик яҡтан сыныҡтыра, тағы ла беҙҙе берләштерә һәм берҙәмлектә – көс икәнен йәнә бер тапҡыр иҫбатлай.

Диниә САФИНА,

Х «В» синыфы уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы,

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Рәүеф Кәримов иҫтәлегенә
Рәүеф Кәримов иҫтәлегенә
Рәүеф Кәримов иҫтәлегенә
Рәүеф Кәримов иҫтәлегенә
Рәүеф Кәримов иҫтәлегенә
Автор:Мирсәйет Юнысов
Читайте нас: