+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Октябрь 2023, 15:05

Өфөлә - Бөтә Рәсәй ярыштары

 Һөйөнсө! Өфөлә конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса «Ҡурай иле» Бөтә Рәсәй ярыштары башлана.

Өфөлә - Бөтә Рәсәй ярыштары
Өфөлә - Бөтә Рәсәй ярыштары

Уны асыу тантанаһы Башҡортостан Республикаһы көнөндә уҙа.

Шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһында үҫмерҙәр араһында конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары ойошторола. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, спортсыларҙы Олимпия уйындары чемпиондары Алина Заһитова, Виктория Синицина, Никита Кацалапов, Марк Кондратюк, Анна Щербакова, донъя, Европа, Рәсәй чемпиондары, призёрҙары Александра Бойкова, Дмитрий Козловский, Елизавета Туҡтамышева, Дмитрий Алиев, Александра Степанова һәм Иван Букин сәләмләй.

Ярыштар 11 октябрҙә Спорт һарайында (Рихард Зорге урамы, 41) киске 5 тула 15 минутта асыла. Фигуристарҙың сығыштарын 10-14 октябрҙә ҡарарға мөмкин. Ярыштарҙа спорт мастерлығына кандидаттар ҡатнаша. Программала яңғыҙ һәм парлап шыуыу, шулай уҡ боҙҙа бейеү ҡаралған. (12+) 

Фото һәм тект: bashinform.

Автор:
Читайте нас: