+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Октябрь 2023, 15:24

"Артек"та II урын яулағандар

"Артек" халыҡ-ара балалар үҙәгендә үткән ГТО нормаларын үтәү буйынса VIII Бөтә Рәсәй фестивалендә Башҡортостан командаһы II урын яуланы. Иң көслө 8 уҡыусы июндә Салауат ҡалаһында үткән республика этабында һайлап алынғайны. Кемдәр һуң улар? 

"Артек"та II урын яулағандар
"Артек"та II урын яулағандар

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Айҙар Хәзиев, Әбйәлил районынан Айваз Миндийәров һәм Руслан Мәхийәнов, Ғафуриҙан Карина Торопкина һәм Динар Бәширов, Көйөргәҙенән Динә Артюхина, Зарина Табильдина, Дания Бикҡужина. Афарин!

Финалда Рәсәйҙең 64 төбәгенән 500-ҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. 

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: