+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Ноябрь 2023, 11:01

Шашка буйынса йыйылма команда төҙөлә

"Шашка буйынса турнирҙар республикабыҙҙың төрлө ҡалаларында төрлө йәштәге спортсылар араһында декабрь башына тиклем дауам итәсәк.

Шашка буйынса йыйылма команда төҙөлә
Шашка буйынса йыйылма команда төҙөлә

Төрлө йәштәге спортсылар араһында иң көслөләрҙе асыҡлап, Башҡортостандың йыйылма командаһын төҙөйәсәкбеҙ. Унда инеүсе шашкасылар Рәсәй беренселегендә ҡатнашасаҡ. Ярыштар март, апрель, май айҙарында уҙасаҡ", – ти халыҡ-ара гроссмейстер Айнур Шәйбәков.

     Яңыраҡ «Башҡортостан» үҙәк шашка клубында 14 йәшкә тиклемге  балалар һәм 20 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр  араһында 100 шаҡмаҡлы шашка буйынса республика беренселеге үтте. Унда Баймаҡ, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфөнән вәкилдәр ҡатнашты. Халыҡ-ара гроссмейстерҙар Айнур Шәйбәков һәм Айгөл Иҙрисова спонсор булараҡ сығыш яһаны. 

1 - 5 ноябрҙә 100 шаҡмаҡлы шашка буйынса Ишембайҙа уҙған ярышта иһә 9 һәм 11 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм малайҙар ярышты. Өфө, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ ҡалаларынан һәм Ишмбай, Бөрйән, Баймаҡ райондарынан килгән ине улар. Стәрлетамаҡтар күберәк миҙалдар яулап, иң көслөһө булып сыҡты. Өфөнән Алина Динисламова өс алтын миҙал алды. Стәрлетамаҡтан Матвей Зинченко - ике алтын бер көмөш, Ишембайҙан Әмирхан Сөләймәнов бер көмөш, ике бронза миҙалға лайыҡ булды. 

Республикабыҙҙа шашка спорты үҫешә. Тамара Танһыҡҡужина, Айнур Шәйбәков,  Айгөл Иҙрисова кеүек күренекле спортсыларыбыҙға бына тигән алмаш килә.

Әйткәндәй, октябрь аҙағында Төркиәнең Алания ҡалаһында үткән донъя чемпионатында Илдар Ғиләжев 11 йәшкә тиклемге балалар араһында еңеүсе исеменә лайыҡ булды. 14 мөмкинлектән 12 мәрәй йыйҙы ул. Вәт, афарин! Уның тренеры – Ольга Александровна Беллер.

Фото: http://цшкрб.рф/ 

                                                                                                                                              

Шашка буйынса йыйылма команда төҙөлә
Шашка буйынса йыйылма команда төҙөлә
Шашка буйынса йыйылма команда төҙөлә
Шашка буйынса йыйылма команда төҙөлә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: