+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Ноябрь 2023, 10:24

Көрәш турниры уҙа

Өфөлә өсөнсө тапҡыр полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙасаҡ.  

Көрәш турниры уҙа
Көрәш турниры уҙа

Ул 17 - 19 ноябрҙә Динамо спорт комплексында ойошторола. Рәсәйҙең 24 төбәгенән 250 спортсы ҡатнашыуы көтөлә. 2005-2006 йылғы егеттәр һәм 2004 йылғы ир-аттар миҙалдар өсөн көрәшәсәк. 

Артур Әхмәтханов көрәште яратыуы һәм республикала ошо спорт төрөн үҫтереүгә ҙур өлөш индереүе, көрәшселәргә ярҙам итеүе менән билдәле. Уның иҫтәлегенә арналған турнирҙы асыу тантанаһы 18 ноябрҙә 12.00 сәғәттә буласаҡ.

Фото: "Йәншишмә" гәзите сайтынан. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: