Улар төрлө масштабтағы спорт сараларын үткәреү өсөн бөтә талаптарға яуап бирә. Бассейн үҙе һигеҙ юллы, оҙонлоғо 50 метр тәшкил итә.
“Демография” милли проекты ватандаштарыбыҙға әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙа ныҡ ярҙам итә. Төрлө төбәктәрҙә даими рәүештә күмәк спорт саралары үткәрелә, ә йорт янында күнекмәләр өсөн инфраструктура яңыртыла.