+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Ноябрь 2023, 14:52

Сафира Сәғитова - донъя чемпионы

Бүздәктәге 2-се мәктәп уҡыусыһы, "Олимп" өҫтәмә белем биреү үҙәгендә спорт секцияһында шөғөлләнеүсе Сафира Сәғитова ике тапҡыр донъя чемпионы исемен яуланы.

Сафира Сәғитова - донъя чемпионы
Сафира Сәғитова - донъя чемпионы

Йәш спортсы 18-19 ноябрҙә Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһында үткән грэпплинг буйынса турнирҙа шундай ҙур уңышҡа өлгәште. 42 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә I урын алды. Тренеры - Илдар Рәсүл улы Сәғитов. Сафираны һәм уның тренеры - атаһын, ихлас ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар юлдаш булһын.

Донъя беренселегендә 6-нан 60 йәшкә тиклемге 800-ҙән ашыу спортсы ҡатнашҡан. 

Сафира Сәғитова - донъя чемпионы
Сафира Сәғитова - донъя чемпионы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: