+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Спорт
19 Декабрь 2023, 07:27

"Ҡала тренеры" проекты тормошҡа ашырыласаҡ

Киләһе йылда Өфөнөң 450 йыллығына Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, Ишеү слаломы комплексы асыласаҡ. 

"Ҡала тренеры" проекты тормошҡа ашырыласаҡ"Ҡала тренеры" проекты тормошҡа ашырыласаҡ
"Ҡала тренеры" проекты тормошҡа ашырыласаҡ

Башҡортостан  Рәсәйҙең спорт үҙәктәренең береһе булып һанала. 2024 йылда илебеҙҙең "Рәсәй - спорт державаһы" тип аталған төп форумы Өфөлә үтәсәк. 

Тағы алдағы йылдан "Ҡала тренеры" проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. "Ауыл тренеры" еңеүселәренә түләү 600 мең һумдан 1 миллионға тиклем арттырылды. "Киләһе этап олимпия резервы училищеһән асыу буласаҡ. Чемпиондар үҫтерәсәкбеҙ", - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһында үткән йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә спорт темаһына ҡағылып.

Фото: glavarb.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас