

Ул “Аҡ ладья” клубы ойошторолоуға 10 йыл тулыуға арналды. Алмаштырғыһыҙ етәксеһе – Реналь Мәмбәтов. Ошо арауыҡ эсендә уның тәрбиәләнеүселәре төрлө наградаларға лайыҡ булды.
Турнирға республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән командалар килгәйне. Башҡортостан Республикаһы шахмат федерацияһы, район хакимиәте, ветерандар советы вәкилдәре һәм ата-әсәләр ҙә ҡатнашты. Бөтәһе лә яҡшы кәйеф менән таралышты.
Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.