Ҡыҙҙар араһында Өфөнән Реана Кинйәбулатова еңеүсе булды. Ул икенсе йыл инде республика чемпионы исемен яулай.
Икенсе урында - Сабрина Мортазина. Азалиә Атауллина иһә дүртенсе урынға сыҡты. Ҡыҙҙар барыһы ла - "Толпар" клубы тәрбиәләнеүселәре.
Өсөнсө урынды Салауаттан Алиса Вәлитова алды.
Малайҙар араһында еңеүсе - Өфөнөң "Профи 64" клубынан Әмир Сәлимов. Икенсе урында - Айнур Ғиззәтуллин. Өсөнсө урында Учалынан - Рамазан Моратшин. Был йәш шахматсыларҙың исемдәрен киләсәктә лә йыш ишетербеҙ әле.