+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Ғинуар , 16:25

Урал Хәсәнов иң көслөләр иҫәбендә

Өфөнөң "Толпар" клубынан Урал Хәсәнов шахмат мәсьәләләрен сисеү буйынса Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә үткән халыҡ-ара турнирҙа бронза миҙалға лайыҡ булды. 

Урал Хәсәнов иң көслөләр иҫәбендә
Урал Хәсәнов иң көслөләр иҫәбендә

Урал - Салауат ҡалаһынан. Шахмат һөйөүселәргә уның исеме күптән таныш инде. 15 йәшендә шахмат композицияларын сисеү буйынса донъя чемпионы исемен яулағайны. 

Үткән көҙ көнө, 17 йәшендә, Грузияла үткән донъя кубогында еңеп, иң йәш халыҡ-ара гроссмейстер исеменә лайыҡ булды. 

Уралды сираттағы уңышы менән ҡотлайбыҙ һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.

Фото: https://vk.com/minsport_rb.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: