+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Ғинуар , 12:19

Дамир Таһиров алтын миҙал яуланы

Саранск ҡалаһында грек-рим көрәше буйынса 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында Волга буйы федераль округы беренселеге үтте. 

Дамир Таһиров алтын миҙал яуланы
Дамир Таһиров алтын миҙал яуланы

Унда Нефтекама спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Дамир Таһиров (тренеры - Ринал Мөрсәлимов) 32 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә беренсе урын яуланы. Афарин!

Әйткәндәй, Дамир үткән йәйҙә Белорет ҡалаһында уҙған республика беренселегендә лә үҙ тиҫтерҙәре араһында алтын миҙалға лайыҡ булғайны. Тағы ла уңыштары менән ҡыуандырыр әле был йәш спортсы!

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: