+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Февраль , 11:00

Турнир ҡыҙыу барҙы

Подольск ауылының хоккей майҙансығында совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 35 йыллығына арналған турнир ойошторолдо. Унда I – V синыф уҡыусылары ҡатнашты.

Турнир ҡыҙыу барҙы
Турнир ҡыҙыу барҙы

Подольск хоккейсыларына Степной һәм Татыр-Үҙәк ауылдары командалары менән сәкән һуғышырға тура килде. Еңел булмаған көрәш һөҙөмтәләре буйынса Татыр-Үҙәк мәктәбе еңеү яуланы. Икенсе урында – Степной ауылы уҡыусылары, өсөнсө урын хужаларға бирелде. Командалар кубоктар, миҙалдар һәм приздар менән бүләкләнде. Иң мөһиме, балалар ваҡытын саф һауала файҙалы үткәрҙе.

Шулай уҡ иң-иңдәрҙе лә атап үтәйек. “Иң яҡшы һөжүмсе” исемен Ильяс Исҡужин алһа, “Иң яҡшы ҡапҡасы” тип Валерий Праведнов табылды. Улар икеһе лә – Татыр-Үҙәктән. Подольск егете Роберт Аҡсурин – “Иң яҡшы һаҡсы”, Степнойҙан Илья Ишков “Иң яҡшы бомбардир” икән. Ҡотлайбыҙ!

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы.

Турнир ҡыҙыу барҙы
Турнир ҡыҙыу барҙы
Турнир ҡыҙыу барҙы
Турнир ҡыҙыу барҙы
Турнир ҡыҙыу барҙы
Турнир ҡыҙыу барҙы
Турнир ҡыҙыу барҙы
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: