+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Февраль , 11:56

Мортазиндар еңеүсе булды

Быйылғы "Яңы йыл ғаилә уйындары"ның финалында республиканан 60 команда ҡатнашты.

Мортазиндар еңеүсе булды
Мортазиндар еңеүсе булды

Ул Өфөнөң "Динамо" стадионында үтте.

Фестивалдә барлығы 5746 команда ҡатнашҡайны. Иң-иңдәр финалда көс һынашты. Быйылғы ярыш илебеҙҙә иғлан ителгән Ғаилә йылында уҙыуы менән иҫтәлекле булды.

Еңеүселәр кемдәрме? Әбйәлил районынан Мортазиндар ғаиләһе. 

II урында – Өфө районы Михайловка ауылынан Салауатовтар.

III урында – Яңауылдан Изибаевтар ғаиләһе.

Быйыл шулай уҡ "Беҙ – спорт ғаиләһе" тигән номинация булдырылды. Унда Балтас районынан Вәлиевтар еңеүсе. Өфөнөң 450 йыллығы айҡанлы булдырылған номинацияла иһә Орджоникидзе районынан Юлдашевтар билдәләнде. 

Фестивалде республиканың Мәғариф һәм фән, Спорт министрлыҡтары, "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ойошторҙо. 

Мортазиндар еңеүсе булды
Мортазиндар еңеүсе булды
Мортазиндар еңеүсе булды
Мортазиндар еңеүсе булды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: