+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Февраль , 11:00

Яҡташтарым менән ғорурланам!

Башҡортостан ысын спортсы булыуҙы маҡсат итеп алған һәләтле йәш хоккейсылары менән билдәле. Бөгөн улар төбәктең райондарында һәм ҡалаларында урынлашҡан боҙ ареналарында ҡанат нығыта. Улай ғына ла түгел, йыш ҡына республика һәм төбәк-ара ярыштарҙа ҡатнашалар.

Яҡташтарым менән ғорурланам!
Яҡташтарым менән ғорурланам!

Күптән түгел Аҡтаныш ауылының “Ыласын” боҙ һарайында 2016 йылғы егеттәр араһында ҙур турнир үткәрелде. Бында Өфөнөң Марат Азаматов исемендәге 3-сө спорт мәктәбе, Нефтекама ҡалаһының “Торос” һәм Саҡмағош районының “Ястребы” командалары көстәрен һынаны. Һөҙөмтәләр һөйөнөслө булды: “Ястребы” – II, 3-сө спорт мәктәбе уҡыусылары III урын яуланы. Йәш хоккейсы яҡташтарыма яңынан-яңы уңыштар, шатлыҡлы еңеүҙәр теләйем!

 

Юлай НИЗАЕВ.

Татарстан Республикаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: