+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Март , 12:00

Айҙар Хафизов иҫтәлегенә

Солтанбәк мәктәбе саңғы ярышы үткәрҙе.

Айҙар Хафизов иҫтәлегенә
Айҙар Хафизов иҫтәлегенә

Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Айҙар Хафизов иҫтәлегенә арналды ул. Солтанбәктәр батыр яҡташтарын онотмай, әленән-әле илһөйәрлек менән һуғарылған саралар ойоштороп тора.

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә мәктәбебеҙҙә Айҙар Хафизов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды, "Туғанайфест" ҡышҡы фестивале ойошторолдо. 1 мартта иһә мәктәп уҡыусылары барыһы ла саңғыға баҫты. Үҙҙәренең еңеүен улар Тыуған илебеҙ именлеге, беҙҙең тыныс тормош өсөн батырҙарса һәләк булған Айҙар Әнғәм улы Хафизов иҫтәлегенә бағышланы.

Афарин, солтанбәктәр!  Батырҙарыбыҙ беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге булырға тейеш!

Наилә ИМАЕВА.

Асҡын районы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: