+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Март , 10:02

Үҙенсәлекле тарихың булһа...

“Уйланып сығарылмаған тарихтар” проекты спорт тураһында документаль фильм төшөрөү өсөн геройҙар эҙләй.

Үҙенсәлекле тарихың булһа...
Үҙенсәлекле тарихың булһа...

Башҡортостан Республикаһы документаль спорт киноһы төшөрөү өсөн Рәсәй субъекттары исемлегенә инде. Фильмдың геройҙары – төбәк халҡы: ғәҙәти булмаған яҙмышы һәм үҙенсәлекле тарихы булған спортсы балалар, уларҙың тренерҙары һәм остаздары.

Проект төрлө йәш категориялары һәм төркөмдәре, бигерәк тә балалар һәм йәштәр араһында спортты, физик тәрбиәне һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Үҙегеҙҙең тарихтарығыҙҙы электрон почтаға ебәрегеҙ: [email protected]. 2024 йылдың 20 мартына тиклем ҡабул ителә. Хатта республика исемен, тарих атамаһын һәм телефон номерығыҙҙы күрһәтергә кәрәк.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: