+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Март , 14:53

Иң бәләкәй стипендиат

Ишембай ҡыҙы Милана Хазеева әлеге уҡыу йылында Республика Башлығы стипендиаттарының иң кесеһе. Ҡаланың 18-се мәктәбендә II синыфта ғына уҡый ул.

Иң бәләкәй стипендиат
Иң бәләкәй стипендиат

Стипендияға беренселә уҡығанда өлгәшкән уңыштары өсөн тәҡдим ителгән.
Милана бәләкәйҙән шашка уйнарға ярата. Ә 2022 йылда балалар баҡсалары араһында үткән "Буласаҡ чемпион" тигән тәүге республика ярышында еңеүсе була. Беренсе синыфта уҡығанда ла Башҡортостан буйынса I урын яулап, 9 йәшкә тиклемге балалар араһында уҙған Рәсәй беренселенендә ҡатнашыу хоҡуғын ала. Самарала булған ярышта Милана бер алтын һәм ике көмөш миҙалға лайыҡ була.
Ҡыҙ мәктәптә лә яҡшы уҡыуы, әүҙемлеге менән айырылып тора. Уҡыу программаһынан тыш та күп әҙәбиәт уҡый. Шиғырҙарҙы тиҙ генә ятлап ала. Шашка ла логик фекерләү һәләтен үҫтерә, хәтерҙе яҡшырта бит.
Синыфташтары Милананы ихтирам итә. Үҙе лә ярҙамсыл ҡыҙ, дуҫлыҡ ҡәҙерен белә. Һәр эште еренә еткереп үтәй.
Былтыр "Гагарин кубогы" олимпиадаһында ҡатнашып, физкультура буйынса республика этабына сыҡҡан. Тик шул мәлдә шашка буйынса Рәсәй беренселегенә барғас, унда ҡатнаша алмаған.
Әле Милана 17 - 26 мартта Һамар ҡалаһында 11 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында үтәсәк Рәсәй беренселегенә әҙерләнә. Уның тренеры - Янис Сафин. Йәш шашкасыға һәм остазына уңыш теләйек.

Фото: vk.com.

 

Иң бәләкәй стипендиат
Иң бәләкәй стипендиат
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: