+1 °С
Облачно
VKOKМакс
Спорт
11 Марта 2024, 11:33

Ҡотлайбыҙ!

Учалы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, Башҡортостан йыйылма командаһы ағзаһы Зарина Ҡотломбаева (тренеры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Рауил Йәзәриев) йәнә ҙур еңеү яуланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Рәсәй уҡыусыларының XII Ҡышҡы спартакиадаһы финалында Зарина саңғыла 5 километрға шәхси уҙышта беренсе булды, ә 10 километрға масс-стартта икенсе урын алды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатнашыусыларға һауа торошо менән бәхет йылмайманы: саңғы-биатлон комплексына ҡуйы томан төштө. Шулай ҙа Заринабыҙ үҙен лайыҡлы күрһәтә алды. Ул Ханты-Мансиҙан Ульяна Лебедеваны – 9, Карелиянан Анна Корякованы 18 секундҡа артта ҡалдырҙы.

Әйткәндәй, Зарина Ҡотломбаева 2021 йылда “Йәншишмә” гәзите призына үткән саңғы ярышында шәхси беренселектә еңеүсе булғайны.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас