+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Май , 12:40

15 йәштә – халыҡ-ара мастер!

Башҡортостан шахматсыһы Ләйлә Табермакова 15 йәшендә халыҡ-ара мастер статусын яулаған. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Өфө "Толпар" клубының йәш спортсыһына ошо абруйлы исемде биргән.

15 йәштә – халыҡ-ара мастер!
15 йәштә – халыҡ-ара мастер!

Ләйлә –  9 йәшендә үк Рәсәй Федерацияһы кубогына ойошторолған ярышта еңеүсе булған ҡыҙ. Шунда уҡ уға ҙур өмөттәр бағлағайнылар.

Ләйлә Табермакова яңыраҡ йәштәр араһында Рәсәй беренселегендә, шулай уҡ ҡыҙҙар араһында Азия беренселегендә еңеүсе булды, илдең иң көслө спортсылары исемлегенә индерелде. 

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: