+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Май , 10:51

Көрәшселәр майҙан тотто

Был көндө спорт залыбыҙ көрәш майҙанына әйләнде. Йәҙгәр Нәзир улы Ғазин иҫтәлегенә милли көрәш буйынса район ярышы үткәрелде. Ул быйыл 9-сы тапҡыр мәктәп етәкселеге һәм туғандары тарафынан ойошторолдо.

Көрәшселәр майҙан тотто
Көрәшселәр майҙан тотто

Йәҙгәр Нәзир улы хаҡында туғандары: «Ул бала саҡтан көрәш менән шөғөлләнде. Физкультура уҡытыусыһы һөнәрен алғас, милли көрәш буйынса тренер булып эш башланы. Был спорт төрөн үҫтереүгә, балаларҙы йәлеп итеүгә күп көсөн һалды. Үҙенең балаларына яҡшы, өлгөлө атай бул­ды. Бер улы һәм ике ҡыҙы бар. Улы Айҙар ҙа – көрәшсе. Ул республика кимәлендә үткән милли көрәш буйынса ярышта бронза миҙал яуланы», – тип һөйләне.
Йәҙгәр Ғазиндың юлын дауам итеүсе­ләр күп. Уҡыусылары Илшат һәм Юнир Ғазиндар, Илнар Салауатов – милли көрәш буйынса спорт мастерҙары. Бына бөгөн Илшат Ғазин абсолют чемпион исемен алды.
Быйыл ярышта Байназар, Иҫке Собхан­ғол, Әтектән, Әбйәлил районының Дәүләт ауылынан командалар ҡатнашты.
– Мин үҙем биш йыл тренер булып эшләйем. Ярышҡа 10 бала алып килдек. Беҙҙең көрәшселәр республиканан ситкә лә сығып, көстәрен, оҫталыҡтарын күр­һәтеп, призлы урындар яулай.
Бында саҡырғандары өсөн Илшат Ғазин­ға һәм уның туғандарына, шулай уҡ Флүр Дәүләтшинға рәхмәт әйтәбеҙ. Киләсәктә лә ошондай ярыш уҙғарылып торһон, – тине Әбйәлил командаһы тренеры Өлфәт Шөғөров.
Сәмле ярыш ҡыҙыу барҙы. Мәктәп уҡыу­сылары ла тәнәфес ваҡытында спорт залына килеп, үҙҙәренең ағай-ҡустылары, синыфташтары өсөн көйәрмән булып, дәртләндереп торҙо.
Кемдәр еңеүсе булдымы? Бына улар: Азат Ямғырсин, Мөхәмәт Нуров, Инсаф Мансуров, Арсен Дауытов, Ринат Ғибәҙәтов, Батыр Фәйезов, Данис Хәкимов, Ренал Ямғырсин, Арыҫлан Йәнбирҙиндар үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә беренсе урын яуланы.
Мәктәп уҡыусылары араһында – Ренал Ямғырсин, ә йәштәр араһында Илшат Ғазин абсолют чемпион исемен алды.
Еңеүселәргә Йәҙгәр Нәзир улының туғандары Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм бүләктәр тапшырҙы. Спортсыларҙы ярышҡа әҙерләгән тренерҙар Байназар ауылы хакимиәте башлығының Почёт грамоталарын алып һөйөндө.

Вәсилә ӘЙҮПОВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: