+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Июнь , 11:30

Ике алтын миҙал яулаған!

Урал Хәсәнов уңыштары менән ҡыуандырыуын дауам итә. Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырғандан һуң ул шахмат композициялары буйынса Рәсәй Федерацияһы кубогының ике этабында ҡатнашып өлгөрҙө.

Ике алтын  миҙал яулаған!
Ике алтын миҙал яулаған!

Икеһендә лә алтын миҙал яуланы! Беренсе ярыш Ҡазанда үтте. Унда Рәсәйҙән бөтәһе 25 кеше ҡатнашты. Ижевскиҙә үткәнендә иһә 27 дәғүәсе ине.
Шулай итеп, беҙҙең Урал йәнә Башҡортостан данын лайыҡлы яҡлап, үҙен Рәсәйҙең иң көслө шахмат мәсьәләләрен сисеүсеһе итеп танытты.

Егет "Толпар" шахмат клубында шөғөлләнә. Тренеры — Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Андрей Селиванов. Алда Рәсәй кубогының тағы бер нисә этабы көтә. Урал Хәсәновҡа артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: