Унда 27 спорт төрө буйынса ярыштар уҙҙы, 90 илдән 5 меңдән ашыу спортсы ҡатнашты. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан 18 яҡташыбыҙ бар ине. Спортылар каратэ, бадминтон, байдарка һәм каноэла ишеү, фехтование, билбау көрәше, спорт көрәше, көрәш, бокс буйынса көс һынашты.
Башҡортостан спортсылары 12 алтын, ете көмөш һәм бер бронза миҙал яуланы.
Фото: vk.com.