+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Июль , 12:23

"Русь" командаһына уңыштар!

Өфө районының "Русь" командаһы Бөтә Рәсәй "Еңеү" хәрби-спорт уйындарында ҡатнаша. Ярыштар Мәскәү янындағы "Алабино" полигонында үтә.

"Русь" командаһына уңыштар!
"Русь" командаһына уңыштар!

Унда бөтә илдән 1 мең юнармеец ҡатнаша. Үҫмерҙәрҙе ҡаршылыҡтар аша үтеү, атыу, беренсе ярҙам күрһәтеү кеүек һынауҙар көтә. Командалар үҙҙәре, тыуған төбәктәре менән таныштырасаҡ. Тарих буйынса белемдәрен дә һынап ҡараясаҡтар. Шулай уҡ пилотһыҙ осоусы аппараттар менән идара итеү буйынса практик белемдәрен күрһәтәләр. 

Еңеүселәрҙе бүләкләү 6 июлдә үтәсәк. Яҡташтарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ.

Фото: education.bashkortostan.

"Русь" командаһына уңыштар!
"Русь" командаһына уңыштар!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: