+2 °С
Облачно
VKOKМакс
Спорт
4 Июля 2024, 06:05

Беҙҙең шашкасылар һынатманы

Өфөлә 100 шаҡмаҡлы шашка буйынса 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында Рәсәй беренселеге үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙҙең шахматсылар һынатманыБеҙҙең шахматсылар һынатманы
Беҙҙең шахматсылар һынатманы

Унда 13 төбәктән 229 бала ҡатнашты. Башҡортостандан  –  103 йәш шашкасы. Улар Өфө, Баймаҡ, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Ҡалтасы, Стәрлетамаҡ, Өфө райондарынан ине. 7 алтын,6 көмөш, 11 бронза миҙал яуланылар. Халыҡ-ара ярыштар еңеүселәре иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәште, әлбиттә. Илдар Ғиләжев, Софья Степанова, Алина Денисламов – өсәр, Самира Булташева,  Наҙгөл  Ишморатова, Розалина Яуышева икешәр миҙалға лайыҡ булды. 

Карина Азнабаева, Камилла Дауытова, Матвей Зинченко,  Ринат Кирәев, Егор Князев, Эмиль Меньков, Глеб Порошин, Есения Савасина, Милана Хазеева иҫәбендә – берәр миҙал. 

Рәсәй беренселеге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында уҙҙы. Йәш шашкасылар өсөн матур мәҙәни-ял программаһы ла әҙерләнгәйне.

 Фото: sport.bashkortostan.

 

Беҙҙең шахматсылар һынатманы
Беҙҙең шахматсылар һынатманы
Беҙҙең шахматсылар һынатманы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас